Бөтәгеҙ ҙә экологик әмәгә!

11.04.2018

ЗАВЕРШАЕТСЯ ПРИЕМ ПРЕДЛОЖЕНИЙ ПО ВЫБОРУ ОБЩЕСТВЕННЫХ ПРОСТРАНСТВ ДЛЯ БЛАГОУСТРОЙСТВА

09.02.2018

ИҒТИБАР: КОНКУРС ТАМАМЛАНА!

23.03.2018

РУСТЭМ ХАМИТОВ ВЫСТУПИЛ НА ПЕРВОМ РОССИЙСКО-КИТАЙСКОМ КОНГРЕССЕ НЕЙРОХИРУРГОВ

19.10.2017

ҺЕҘҘӘН ТӘҠДИМДӘР КӨТӘБЕҘ

04.02.2018

ҺАЙЛАУ УҠЫУСЫҺЫ

Был егет менән интернет аша таныштыҡ. Юҡ-юҡ, ундай танышыу түгел. Мин алып барған “Һаҡмар” гәзитенең төркөмөнә ул яңғыҙҙарҙы ҡауыштырырға саҡырған иғланын “элгән” ине. Ике көн дә үтмәй ул йәшәгән ауылға – Аҡморонға юл төштө. Кисәлә алып барыусының: “Һеҙҙең өсөн Ринат Такалов йырлай!” – тип иғлан итеүе булды, “Был исем миңә ҡайҙан таныш әле?” – тип башымдағы “компьютер” кадрҙарҙы алға-артҡа әйләндереп аҡтара ла башланы. Йыр тамамланыуға көнө-сәғәте менән барыһы ла иҫкә төштө. Шулай итеп, “Бәхеткә аҡ юл!” буйҙаҡтар кисәһен ойоштороусы егет менән әңгәмәләшеп тә киттек.



Яраттарҙы беҙ яратып барабыҙ... Редакция хеҙмәткәрҙәренең уйынлы-ысынлы был һүҙҙәренә ысынбарлыҡ һалынған. Сөнки Ярат ауыл биләмәһендә “Һаҡмар” гәзитенең тоғро, әүҙем, бошмаҫ йәнле уҡыусылары йәшәй. Йәрмөхәмәт ауылындағы йәнле һөйләшеү тәүҙә Буранбай Исҡужиндың ижадына бағышланды.

Урамда ашығып китеп барған саҡта йыш ҡына төрлө яҙыулы машиналар күҙгә салына: “Ҡара юрға”, “Спасибо, родная, за сына!”, “Спасибо деду за победу!” һ.б. Шулар араһында күңел ҡылдарын тибрәтеп кенә ебәргән бер яҙыу бар.
“Алыҫ аралар ерҙә юҡ кеүек,
Саҡырған юл яҡын дуҫ кеүек...”
Был машинаның эйәһе – рәссам, шағир, элекке конферансье, артист, гармунсы, балта оҫтаһы, техника менән “һин”гә “һин”... Уға ҡараһаң, үрҙәге һанап кителгән һөнәрҙәр эйәһе тип уйламаҫһың да – баҫалҡы ағай, мыйыҡ аҫтынан мөләйем генә итеп йылмая ла, баш ҡағып үтеп китеү яғын ҡарай. Ҡайһы бер әрһеҙерәктәр кеүек, журналисҡа сат йәбешеп үҙен күрһәтергә теләү уйында ла юҡ. Кем һуң ул? Хәйер, әйҙә, һүҙҙе үҙенә бирәйек әле!

20 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсы лауреаттарына республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантаналы сара Урындағы үҙидара көнөнә арналды.

Оҙон ҡыштан һуң еребеҙгә ашҡынып көткән яҙ килде. Быйыл ҡар әҙ булғанлыҡтан, ауыл эргәһенән аҡҡан Һаҡмар, Таулы йылғалары ныҡ ташмаҫ, тип фаразланыҡ үҙебеҙсә.  Әммә тәбиғәттең үҙ закондары.


“Алтын тирмә” эстафетаһы

Моҡастар аҡморонда ҡунаҡта



Мәғлүм булыуынса, Баймаҡ районының йәштәр ҡоролтайы ойошторған яңы эстафета – “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны Моҡас ауыл биләмәһендә старт алғайны. Ошо көндәрҙә моҡастар эстафетаны Аҡморон ауыл биләмәһенә тапшырҙы.