Ғаиләләр ныҡ, ирекмәндәр әүҙем булһын!

Йәмғиәт

Үҙәк район китапханаһында Ғаилә һәм Ирекмәндәр йылын асыу тантанаһы үтте. Унда район хакимиәтенең хәстәрлек һәм ҡурсалау, халыҡты социаль яҡлау, йәштәр һәм Баймаҡ ҡалаһының “Ғаилә” бүлектәре белгестәре, ирекмәндәр, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары ҡатнашты.

Үҙәк район китапханаһында Ғаилә һәм Ирекмәндәр йылын асыу тантанаһы үтте. Унда район хакимиәтенең хәстәрлек һәм ҡурсалау, халыҡты социаль яҡлау, йәштәр һәм Баймаҡ ҡалаһының “Ғаилә” бүлектәре белгестәре, ирекмәндәр, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары ҡатнашты. Улар районыбыҙҙа йәшәгән ғаиләләрҙең социаль хәленә ҡылыҡһырлама биреп, йәштәргә ниндәй ярҙам алыу мөмкинлеге тураһында ла сығыш яһаны, йылдың уңышлы килеүен теләне.
Сарала шулай уҡ Буранбай ауылының күрке булған Земфира һәм Миҙхәт Усмановтар ғаиләһе, китапхананың тоғро дуҫтары – Баймаҡтан Рәшиҙә Иҙелбаева, Борис Хәйретдинов, Ҡуянтауҙан иң күп китап уҡыусы Ғайсиндар ғаиләһе үҙҙәренең кескәй генә дәүләттәрендә китапҡа мөнәсәбәттәре, ғаиләлә атай роле тураһында һөйләне. Ирекмән, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы Баймаҡ филиалының беренсе курс студенты Мәҙинә Булатова ирекмәндәр хәрәкәтенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Йәнле аралашыуҙы дәртле йыр-моң биҙәне.

А. Ишембаева.

16.02.2018

0
115


0
Комментарий ҡалдырырҒа