“Донъяны биҙәп йәшәгеҙ”, – тигән кәңәш бирә 90 йәшлек инәй

Йәмғиәт

“Үәй, үткән ғүмер... Юл аша сыҡҡан һымаҡ ҡына булды бит. Аллаға шөкөр, үкенерлек булманы”.

“Үәй, үткән ғүмер... Юл аша сыҡҡан һымаҡ ҡына булды бит. Аллаға шөкөр, үкенерлек булманы”.
90 йәшен артмаҡлаған Мәхмүзә Фәтхулла ҡыҙы Йосопованың кисерештәрен йотлоғоп тыңлайһың. Теремек, уңған, бар кешелә тик яҡшылыҡты ғына күрә белгән инәй менән һөйләшеүе үҙе бәхет. Бала саҡтан кисергән тормош ауырлыҡтарын да ҡәҙерләп иҫкә ала ул. Инәй Хәйбулла районының Мырҙа ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. 12 йәштә тәүге йөрәк яраһын ала – әсәһе мәрхүмә була. Эшһөйәр ҡыҙыҡай һеңлеләре, ҡустыларын тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә ала. Бәлә өҫтөнә бәлә тигәндәй, ҡайғыларға һалып Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Мәхмүзә инәйгә туғандарына ярҙам итеү өсөн бар эшкә тотонорға тура килә. Ул йәшелсә үҫтерә, көтөү көтөргә сыға, тракторҙа һабансы ла була, төндәрен комбайндарҙы ҡарауыллай. “Бер сынаяҡ һөтлө сәй менән бер телем икмәк булһа, үҙеңде шул тиклем бәхетле тояһың, тәнеңә көс йүгергәндәй була ине. Ә хәҙер ниндәй генә ризыҡ юҡ! Тик кешеләр уның ҡәҙерен белмәй шул. Ә шул һөтлө үлән сәйенең тәме әле лә тел осонда...”
Мәхмүзә инәй зарланырға, үҙе әйтмешләй, кешегә “бәләһен һалырға” яратмай. Үткән тормошон да тәрән күңел кисерештәре аша, әкиәт кеүек бәйән итә. Һуғыш тамамланғас, уны батыр яугир Арыҫлан Ғүмәр улы Йосопов һоратырға килә. Матур, татыу ғаиләлә 5 бала донъяға килә. Ата-әсәһенең кешелеклеген, аҡылын алып үҫкән балалары ла тормошта үҙ урынын табып, бик матур итеп йәшәй. Өлкәндәре Ләлә ғүмерен агроном һөнәренә бағышлай, Дамир – билдәле табип, Әминә – “Лукойл” компанияһының танылған төҙөүсеһе, Нур – маҡтаулы янғын һүндереүсе булып хаҡлы ялға сыға, Әлфиә үҙәк ҡала дауаханаһында, “Йондоҙло” балалар баҡсаһында ихтирамлы шәфҡәт туташы. 
“Һәр кемгә матур телле, яғымлы ҡарашта булып йәшәгеҙ, бер минутығыҙ ҙа бушҡа үтмәһен, донъяны биҙәп йәшәргә ынтылығыҙ”, – ти Мәхмүзә инәй. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгән инәй һәр таңды  изге теләктәр менән ҡаршылай, ер йөҙөндәге һәр тере йәнгә ихлас доғаларын йүнәлтә. Мәхмүзә инәйҙең оҙон, бәхетле ғүмерҙә йәшәү сере лә уның күңел-йөрәк сафлығына барып тоташалыр, күрәһең...

Гүзәл Иҫәнгилдина. 


16.02.2018

0
152


0
Комментарий ҡалдырырҒа