Ер улы

Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә бар ғүмерен райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арнаған билдәле агроном, үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы булып танылған Урал Әхмәтйәнов олпат юбилейын – 60 йәшен билдәләй.

Ошо көндәрҙә бар ғүмерен райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арнаған билдәле агроном, үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы булып танылған Урал Әхмәтйәнов олпат юбилейын – 60 йәшен билдәләй. Урал Әбүбәкер улы ғүмер байрамын эшендә юғары ҡаҙаныштар, тормошонда өлгәшкән ҙур уңыштары менән ҡаршылай.
Урал ағай – ырыҫлы нигеҙҙән. Атаһы, Ҡолсора ауылында тыуып үҫкән Әбүбәкер Ғүмәр улы, бар ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә арнай, “Ҡыҙыл Октябрь” колхозында, Баймаҡ тәжрибә хужалығында намыҫ менән эшләй. Әсәһе Һөйәрбикә Һибәт ҡыҙы ла хеҙмәт юлын урындағы хужалыҡ менән бәйләй. Улар алты бала тәрбиәләп үҫтерә.
Баймаҡ ҡалаһындағы 1-се мәктәптең 8 класын тамамлағас, Урал ағай Юлдыбайҙағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, тракторсы-машинист булып сыға. Хеҙмәт юлын Баймаҡ тәжрибә хужалығында механизатор булып башлай. Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, ул ең һыҙғанып йәнә яратҡан эшенә тотона. Ул егерме ике йыл буйы К-700 тракторында намыҫлы эшләй, хужалыҡ, район кимәлендәге ярыштарҙа еңеүсе булып таныла, ҙур абруй ҡаҙана. Шул йылдарҙа ситтән тороп  Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын, Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетын тамамлай.
2001 йылда Урал Әбүбәкер улы Баймаҡ тәжрибә хужалығының агроном-орлоҡсоһо итеп тәғәйенләнә. Үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән үтәгән, ярайһы тәжрибә туплаған белгес бер нисә йылдан предприятиеның баш агрономы итеп үрләтелә һәм ул был вазифаны байтаҡ йылдар уңышлы башҡара. 
Бына һигеҙ йыл инде У. Әхмәтйәнов Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының агрономия хеҙмәтенә уңышлы етәкселек итә. Райондың ғына түгел, ә республиканың да алдынғы хужалығы булып танылған был предприятиела эшләү тәжрибәле белгескә икеләтә яуаплылыҡ та, бурыстар ҙа өҫтәй һәм уларҙы Урал Әбүбәкер улы уңышлы атҡарып бара. Ленин исемендәге АХК-ның үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереүҙә ҙур ҡаҙаныштарға ирешеүендә, район хеҙмәт ярыштарында берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәүендә баш белгестең дә өлөшө ҙур. Әйткәндәй, Урал Әхмәтйәнов район кимәлендә ойошторолған хеҙмәт ярыштарында күп тапҡырҙар еңеүсе булып танылды, өс мәртәбә данлыҡлы агроном Юрий Моряков исемендәге призды яуланы. “Урал Әбүбәкер улы – белемле, үҙ бурыстарын яуаплы башҡарған белгес. Ул үҙен эшенең ысын оҫтаһы итеп танытты”, – ти хужалыҡ рәйесе Ғәлим Булат улы. 
Урал Әбүбәкер улының намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары, район кимәлендәге наградалар менән баһаланды. 
Ғаиләһенән дә уңды ул. Тормош иптәше Хәмдиә Хәйбулла ҡыҙы менән (ул да Баймаҡ тәжрибә хужалығында намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡты) өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөн ҡыҙҙары Таңсулпан менән Сәриә, улдары Рәил тормошта үҙ урындарын табып, матур ғаилә ҡороп йәшәй, ул-ҡыҙҙар үҫтерә. 
Юбилейығыҙ ҡотло булһын, хөрмәтле Урал Әбүбәкер улы!

Азамат Мөхәмәтшин.


16.02.2018

0
82


0
Комментарий ҡалдырырҒа