Ауыл Булһа – ил бөлмәҫ

Общие статьи

Әбделкәрим ауылында ҡаһарман яҡташыбыҙ, Чечен яуында батырҙарса һәләк булған прапорщик, “Батырлыҡ” ордены кавалеры Илдар Булатовтың яҡты иҫтәлегенә арнап волейбол буйынса төбәк ярыштары үтте. 

Әбделкәрим ауылында ҡаһарман яҡташыбыҙ, Чечен яуында батырҙарса һәләк булған прапорщик, “Батырлыҡ” ордены кавалеры Илдар Булатовтың яҡты иҫтәлегенә арнап волейбол буйынса төбәк ярыштары үтте. Унда Әбделкәрим, Ишмырҙа, Юлдыбай һәм Матрай ауыл биләмәләренән бөтәһе 8 команда ҡатнашты. Сараны Әбделкәрим ауыл биләмәһе хакимиәте,  урындағы ҡоролтай, педагог Рәмзил Әбдрәхимов, шәхси эшҡыуар Юнир Сәйфуллин ойошторҙо. Ярыштар ойошҡанлы һәм көсөргәнешле үтеүе менән айырылып торҙо. Өлкән йәштәге командалар араһында иң юғары һөҙөмтәгә матрайҙар өлгәште һәм улар Илдар Булатов исемендәге күсмә кубокты яуланы. Йәштәр араһында иһә юлдыбайҙар иң көслөһө булып сыҡты. Еңеүселәргә Илдарҙың әсәһе Клара Булатова һәм уның ғаиләһе әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. 
Бер үк ваҡытта ауыл биләмәһе “Урындағы  башланғыстарҙы яҡлау” программаһына әүҙем ҡушылды. Был проекттың һөҙөмтәлелеген былтыр күрҙек тә инде – уның ярҙамында Ҡыуат ауылында һыу үткәргес эшләнде, 5 колонка һәм 3 павильон ултыртылды. Ошо көндәрҙә ауыл халҡы йыйылышта атап үтелгән программа нигеҙендә Әбделкәрим ауыл клубын ремонтларға ҡарар итте. Был тәңгәлдә инициатив төркөм әүҙем эшләй, ауыл биләмәһе хакимиәте бағыусылар менән һөйләшеүҙәр ҙә алып бара.
Ә балалар баҡсаһында кескәйҙәр һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Халыҡ ижады” байрамы үтте. Ул Ғаилә йылын асыуға арналды. Урындағы ҡоролтай рәйесе ағзаһы Әлфиә Барлыбаеваның мәргәнлек дәресе, боронғо уҡтан атыу малайҙар өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. Фәриҙә Ҡоҙашева бала саҡтағы уйындар хаҡында һөйләне. “Түңгәүер” фольклор ансамбле етәксеһе Алсу Дауытоваға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, сөнки ул ошо сараны ойоштороуға күп көс һалды.

Әлфиә Мусина,
ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы.

* * *

Ишмөхәмәттә Чечняла хәрби хеҙмәтен үтәгәндә һәләк булған ауылдашыбыҙ Вәхит Әхмәтов иҫтәлегенә йәштәр араһында волейбол ярышы уҙғарылды. Уйынға Урғаҙанан ике команда, Иҫке Сибайҙан, Байыш, Ишмырҙа ауылдарынан спортсылар килгәйне. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы. Шулай итеп, беренсе урынға – Иҫке Сибай, икенсегә – Байыш, өсөнсөгә – Ишмөхәмәт командаһы сыҡты. Әхмәтовтар ғаиләһе уйындың бағыусыһы булды. Сарала “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ҡушылып, мәктәптең спорт залының тәҙрәләрен алмаштырыу кәрәклеге күтәрелде. Ауыл биләмәһе башлығы Фәйзи Рәхмәтуллин ауылдаштарҙы проектта әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. 

Хазина Исҡужина, йәмәғәт хәбәрсеһе.
Ишмөхәмәт ауылы.

* * *

Мерәҫ ауылында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса йыйылыш үтте. Унда халыҡ бер тауыштан ауылдағы мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын яңыртыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Мәҙәниәт йорто 1985 йылда төҙөлгән. Шул ваҡыттан алып уға капиталь ремонт яһалғаны булманы. Бөгөн унда йәйен дә, ҡышын да һалҡын. Ямғыр яуһа, хәлдәр  бигерәк тә мөшкөлләнә. Шунлыҡтан мерәҫтәрҙең был мәсьәләне аңлап ҡабул итеүе һөйөндөрә. Бөгөн инициатив төркөм булдырылды. Ул үҙ эшен башланы. Күмәк көс менән программаны тормошҡа ашырырбыҙ тип ышанам.

Таңсулпан Хафизова,
Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы.


* * *

“Урындарҙағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу буйынса үткәрелгән Беренсе Этҡол ауылы халҡының  йыйылышында район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин, район Советы секретары Хөснитдин Әминев, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге  директоры Руслан Дәүербәков, ауыл биләмәһе башлығы Гөлнур Азаматова ҡатнашты. Мәктәп директоры Миңлегөл Моталлапова мәктәптең иҫке тәҙрәләрен алмаштырыу тәҡдимен индерҙе. Ауыл халҡы, бигерәк тә ата-әсәләр, уны хуплап сыҡты. Уҡыусылар “Минең мәктәбем – киләсәктә...” һүрәттәр күргәҙмәһен әҙерләгән ине.  
Йыйылышта 78 кеше ҡатнашты, 11 кешенән инициатив төркөм һайланды һәм халыҡтан 10% иғәнә йыйырға ҡарар сығарылды. Быуаттан ашыу тарихы булған, бөйөк мәғрифәтсе Батыргәрәй Юлыев исеменен йөрөткән, билдәле шәхестәре менән данлыҡлы Беренсе Этҡол мәктәбенең киләсәктә яңы, заманға ярашлы тәҙрәләре булыуына ышанабыҙ. 

Ә. Азаматова,
тәрбиәүи эштәр буйынса директор  урынбаҫары.

* * *

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына Күсей төп белем биреү мәктәбе коллективы ла ҡушылды. Ауыл халҡының беҙҙең ниәттең мөһимлеген аңлап, ихлас ҡабул итеүе һөйөндөрҙө. Йыйылышта ауыл биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина программаның шарттары менән таныштырҙы. Быйыл унда ҡатнашыу өсөн бер нисә эшлекле тәҡдим яңғыраны: урамдарҙы яҡтыртыу, мәктәптең ҡыйығын ремонтлау һәм тәҙрәләрҙе яңыртыу. Мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов сығыш яһап, белем усағына ремонт яһау мөһимлеген күтәрҙе. Уны уҡыусылар ҙа хуплап ҡаршы алды. Улар яңы тәҙрәле мәктәп һүрәте төшөрөлгән күргәҙмә әҙерләне, шиғырҙар яҙҙы.
Программала ҡатнашыу өсөн халыҡтан һәм бағыусыларҙан кәрәкле сумма йыйыу талап ителә. Ошо маҡсатта һәр йорттан 1-әр мең һум аҡса тупланасаҡ. Мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов етәкселегендәге инициатив төркөм бөгөн әүҙем эш алып бара. 
Быйыл Күсей мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Байрамға әҙерлек барышында төрлө йылдарҙа уҡып киткән уҡыусыларыбыҙ ҙа ситтә ҡалмаҫ тип ышанабыҙ. Үҙегеҙ белем алған, тормош юлына баҫырға ярҙам иткән мәктәбегеҙҙе төҙөкләндереүҙә ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ. 

Гүзәл Игебаева, 
Күсей мәктәбе уҡытыусыһы.

* * *

Ишбирҙе ауыл биләмәһендә Ғаилә йылын асып, “Ретро-йыр” фестивале үткәрелде. Уны ауыл биләмәһе хакимиәте, китапхана, клуб һәм урындағы башҡорттар ҡоролтайы ойошторҙо. Ишбирҙе, Йомаш, Бөрйәнйылға, Йылым, Сәйғәфәр ауылдарынан килгән таланттар ҙур концерт күрһәтте. Баһалама ағзалары әртистәрҙең сығышын ғәҙел баһаланы. Уларға был яуаплы эште башҡарыу бер ҙә еңел булманы. Шулай булмай ни, фестивалгә биш ауылдың иң моңло, иң дәртле йырсылары йыйылған ине бит! Шулай итеп, беренсе урынды Йомаш ауылының “Серҙәштәр” ансамбле яуланы. Ишбирҙе ауылының “Хәтирә” һәм “Фатиха” ансамблдәре икенсе урынға сыҡты. Бөрйәнйылғаларҙың “Серҙәш” ансамбленә һәм “Аҡсәскә” балалар баҡсаһы коллективына өсөнсө урын бирелде.
“Дуэт” номинацияһында Ишбирҙенән Нәйлә менән Сәлим Иҫәндәүләтовтар, Йомаштан Зөлфиә менән Дияр Барлыбаевтар лайыҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында моңло тауышы менән бөтәһен дә әсир иткән Миңһылыу Кәйекбирҙина (Йылым ауылы) беренсе урынды алды. Өс сәғәттән ашыу барған йәнле, күңелле тамаша барыбыҙға ла оҡшаны. Шулай итеп, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ҡушылыу өсөн тәүге иғәнә йыйылды. Концерттан – 3600 һум, ә буфеттан 1110 һум килгән аҡса инициатив төркөмгә тапшырылды.

Ләйсән Дәүләткилдина,
Ишбирҙе ауылы китапханасыһы.


16.02.2018

0
65


0
Комментарий ҡалдырырҒа