Берҙәмлектә – беҙҙең көсөбөҙ!

Общие статьи

Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәстә Башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыу уңайынан «Берҙәмлектә – көс!» форумы үтте.

Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәстә Башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыу уңайынан «Берҙәмлектә - көс!» форумы үтте. Сарала республиканың башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, 16 район һәм ҡаланың ҡоролтай етәкселәре һәм ағзалары, тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.

– Арҡадаштарым минең! Февраль революцияһынан һуң бик күп эштәр атҡарҙыҡ. Бер түгел, ике ҡоролтай йыйҙыҡ, ике дивизиянан, бер полктан ғәскәр төҙөнөк. Башҡорт автономияһын булдырыу, аҫабалығыбыҙ, динебеҙ, милли территориаль азатлығыбыҙ өсөн күп көс һалдыҡ! Хәҙер мәмләкәттә тәртипһеҙлек! Большевиктар бөтә халыҡтарға ирек бирә, ләкин тәртипһеҙлек менән бергә бирә. Башҡорт халҡы бындай бүләкте ҡабул итә алмай. Башҡорттар бер-береһе менән һуғышырға тейеш түгел, сөнки башҡорт большевик та, меньшевик та түгел. Ул – башҡорт! – Зәки Вәлиди Бөрйән-Түңгәүер кантисполкомының административ үҙәгенең икенсе ҡатында урынлашҡан балкондан милләттәштәренә шулай тип өндәште.
Арҡадашы янында баҫып торған Муса Мортазин да тыныс ҡала алманы: “Күрше халыҡтар менән кәңәш ҡороп булмаҫмы? Улар ҙа башҡорттар менән бергә эшкә тотоноп, мөхтәриәт алыу юлында булырға тейеш”, – тине. Шәйехзада Бабичтың: “Иптәштәр, ике миллионлы башҡорт халҡының, юҡ-бар сәйәси уйындарға ҡыҫылып, уйынсыҡ булыуы мөмкин түгел. Беҙҙең сәйәсәт – фәҡәт тупраҡлы мөхтәриәт алыу. Керенский хөкүмәте беҙҙең теләктәрҙе атҡарырға ашыҡмаһа ла, беҙ халҡыбыҙҙы ойоштороп бөттөк”, – тигән һүҙҙәре һәм ялҡынлы шиғыры Зәки Вәлидиҙе дәртләндереп ебәрҙе, милли идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ғәскәрҙәрҙе тупларға, Башҡорт автономияһын раҫлау, парламент төҙөү өсөн башҡорттар ҡоролтайы йыйырға фарман бирҙе һәм үҙенең Мәскәүгә юлланыуын әйтте. “Маҡсатым – Лениндың үҙен күреп һөйләшеү. Башҡорт йөмһүриәтенең киләсәге – фәҡәт беҙҙең ҡулда! Халҡыбыҙ яҙмышын билдәләр осорҙа беҙҙең кеүек сая егеттәргә йоҡлап ятыу килешмәҫ! Нисәмә быуаттар буйына халҡыбыҙ үҙенең бойондороҡһоҙ, үҙ аллы дәүләтен төҙөргә тырышты. Азатлыҡ, ирек өсөн күпме яуҙар ҡубарылып, күпме батыр башын һалды! Уянырға ваҡыт, иптәштәр!!!”
...А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актерҙары башҡарыуындағы театрлаштырылған тамашала “Әхмәтзәки Вәлиди”ҙең Темәстәге хөкүмәт бинаһынан Башҡортостандың мөстәҡиллеге хаҡында иғлан итеүе башҡортмон тигән бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Бигерәк тә хәрби кейемдәрҙә ҡандай ал байраҡ һәм Башҡортостан флагын тотҡан башҡорт ғәскәрҙәренең ҡунаҡтарҙы Баймаҡ районы сигенән ҡаршы алыуы һәм Темәс урамынан үтеүе үҙенсәлекле булды. Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов тырышлығы менән ойошторолған тарихи реконструкция форумда ҡатнашыусыларҙы ысынлап та теүәл бер быуат элекке заманға алып ҡайтты. Форумда ҡатнашыусылар Әхмәтзәки Вәлиди һәйкәленә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалды, тәрән тәьҫораттар менән элекке Хөкүмәт бинаһында урынлашҡан Темәс тарихи-мәҙәни музейына сәйәхәт ҡылды.
Сараның төп өлөшө – Темәс мәҙәниәт йортонда үткән Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған “Берҙәмлектә – көс!” форумы булды. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.
Бинаның фойеһын халыҡ кәсепселеге күргәҙмәһе биҙәй: ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, ағастан һырлап эшләнгән биҙәү-ҡулланма сәнғәт, аш-һыу, ҡул эштәре өлгөләре һ.б. Мәҫәлән, Һаҡмар ауылынан Сания инәй Абдуллина хәситә, әмәйҙек, селтәр, тәңкәле яға, тәңкәле иҙеү, ҡашмау эшләп алып килгән. Уға ауылдашы, Сибай “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзаһы Фәниә Сарбулатова көҙ айҙарында ғына ошондай биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Сәмле ханым эләктереп алып, бер нисә ай эсендә ошондай күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәү әйберҙәрен эшләп, күргәҙмәгә алып килгән.
– Мин үҙемә ир-егеттәр өсөн түбәтәйҙе тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Өләсәйем һөйләүе буйынса, уны 7 ҡат сепрәк һалып күбегәндәр, шунан ғына түбәтәй итеп теккәндәр. Был баш кейеме ҡышын да, йәйен дә милләттәштәребеҙҙең мейеһен эҫе тейеүҙән дә, һыуыҡтан да, атта сапҡанда елдән дә һаҡлаған, – ти Сания инәй.
Форумды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов асып, сарала һөйләшеү Рәсәйҙе һаҡлап алып ҡалған һәм Рәсәйҙең бөгөнгө үҫешендә башҡорт халҡының роле тураһында барасағын белдерҙе. Йыйында В.В. Путиндың ышаныслы вәкиле Рушанна Бабич ҡатнашты. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина ҡунаҡтарҙы сәләмләне, Башҡорт АССР-ының тәүге баш ҡалаһы Темәстең бөгөнгө йәшәйеше хаҡында һөйләп үтте.
Тарихсы, БР Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин сығышында башҡорт халҡының борондан, Сыңғыҙ хан заманынан уҡ, үҙаллылыҡҡа ынтылыуы һәм Рәсәйгә ҡурҡыныс янаған мәлдәрҙә башҡорттар ысын патриоттар булып ҡалыуы тарихын бәйән итте, РСФСР дәүләтендә Башҡортостандың тәүге республика булыуын төплө дәлилдәр менән аңлатты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡы тарихы буйынса комиссия рәйесе, БДУ-ның тарих, археология һәм этнология кафедраһы доценты Нурислам Ҡалмантаев: “Ни өсөн башҡорттар беренсе булып автономия яулай? Сөнки уларҙың сәйәси мәҙәниәте юғары булған. Халҡыбыҙ аслыҡҡа ла, һуғышҡа ла бирешмәгән, әлеге ауырлыҡтарҙы ла еңәсәкбеҙ. Общиналы халыҡ булараҡ, кооперативтарға ойошорға тейешбеҙ”, – тип тарихи күҙлектән киләсәккә лә фараздар ҡорҙо.
БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов үҙ сығышында аҫабалыҡ хоҡуғы төшөнсәһенә бик ентекле аңлатма бирҙе. Тарихсы Айҙар Мәжитовтың сығышы киләсәк быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләүҙә мәктәп музейҙарының роле тураһында булды.
– Быуындар бәйләнешен һаҡлаусы булараҡ һәр белем биреү ойошмаһы мәктәп музейын ойошторорға бурыслы. Әлбиттә, музей ойоштороу бер аҙналыҡ, хатта бер айлыҡ эш түгел, бының өсөн тарих уҡытыусыһының, уҡыусы балаларҙың, ауыл кешеләренең әүҙем ярҙамы кәрәк. Иң мөһиме, экспонат, төрлө мәғлүмәттәр йыйыуҙы кешеләрҙең дөрөҫ аңлауы мөһим һәм һөҙөмтәләр көттөрмәйәсәк. Бынан бер нисә йыл элек Билал ауылынан 1930 йылғы Мәҙинә Бикбаева инәй: “Улым, урамымда туп йәҙрәһе ята, музейыңа алып ҡуй”, – тигәс, ололар һүҙен йыҡмай, инеп алып сыҡтым. Тәү ҡарамаҡҡа тимер шар инде, бәлки, балыҡсыларҙың якорь урынына ҡулланылған, йә булмаһа тимер ҡапҡа бағанаһы башына һалып ҡуя торған шарҙыр тип үҙемдең урамыма ташлап ҡуйҙым. Шар тегеләй ҙә былай бер йыл тәгәрәп йөрөнө, уның өҫтөндә бесән сапҡыс сигменттарын сүкеп тә булаштым… Күпмелер ваҡыттан һуң Республика милли музейында крайҙы өйрәнеүселәрҙең семинары һуңынан үткәрелгән экскурссия ваҡытында витринала ятҡан теге шар-йәҙрәне күреп аптырап ҡалдым, минең экспонат менән ифрат оҡшаш, хатта ғәҙәти һырҙары ла тап килә ине. Шулай итеп оло инәй XVII-XVIII быуат ҡомартҡыһын таный, ә үҙен профессиональ, юғары белемле тарихсы тип иҫәпләп, хатта ғорурланып йөрөгән ир белмәй, оят булып китте…
Донъяла ниндәй генә төр музейҙар юҡ: хәрби дан, тыуған яҡты өйрәнеү, хатта һыу музейы, икмәк музейы кеүек үҙенсәлеклеләре бар. Әйткәндәй, Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенең Ҡурай музейын да ошо исемлеккә индерергә булалыр. Миңә тарихи тергеҙеүсе төнъяҡ амуры булып Германия, Чехия, Франция, Калининград, Ростов өлкәләре музейҙарын ҡарау бәхете тейҙе. Шулай ҙа иң ныҡ тәьҫир алғаным Париж ҡалаһында Наполеон музейында булғандыр, сөнки башҡорт казагы тоҡомо булараҡ, Бөйөк Наполеондың мәрмәр табутын күргән саҡта бынан 200 йыл элек яугир олатайҙар кисергән еңеү тойғоһон кисерҙем һәм шул мәлдә башыма кинәт бер уй килде – был яҡты донъяға Аллаһы Тәғәләнең башҡорт итеп яратыуына рәхмәттәр уҡыным, иңемә ятҡан тарихи миссиямды аңлап зиһенем асылды, – тип һөйләне Айҙар Рәис улы. Ул 1998 йылда Өмөтбай мәктәбендә «Мираҫ» исемендәге музей ойошторған. Музей фондында неолит осоро таш балтаһы, сармат хәнйәр-ҡылыстары, бронза уҡ башаҡтары, еҙ-көмөш өҙәнге кеүек экспонаттар һаҡлана. Мәктәп музейы республиканың ғалимдары менән бәйләнеш тота, мәрхүм профессор Рим Янғужин, Айбулат Янғужин, академик Н.Мәжитов, Мәскәү профессоры Игор Кызласов, офтальмолог Эрнст Мулдашев, БДУ археологтары Әлфиә Солтанова, Флорид Сөнәғәтов, Данир Ғәйнуллин, Салауат Хәмиҙуллин, БСТ-ның «Следопыт», «Башҡорттар» тапшырыуы авторҙары музейҙа була, уҡыусылар менән осраша.
“Урал” башҡорт халыҡ үҙәге төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Риф Иҫәнов башҡорт тархандары ойошмаһы тураһында һөйләне. “Аҡ тирмә” Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова БДИ арҡаһында телгә иғтибарҙың кәмеүе хаҡында әсенеп һөйләне. “Бөгөнгө йәшәйешебеҙ – айсбергтың өҫкө өлөшө булһа, уның шаңдауы балаларыбыҙҙа сағылыш табасаҡ. Заман түгел, ә үҙебеҙ үҙгәрҙек, БДИ тип халҡыбыҙ тарихынан быуаттар буйы һынау үткән традицияларыбыҙҙан ситләштек. Балалар, ҡарттар йорттары барлыҡҡа килде. Шул – айсбергтың күренмәгән өлөшө ул. Йола тотҡан яҙлыҡмаҫ. Тормошто үҙгәртәм тиһәк, үҙебеҙҙән башлайыҡ!” – тип өндәште Рәйсә ханым.
Баймаҡ район Советы янындағы йәштәр парламенты ағзаһы, БР Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы вәкиле Ильяс Ҡасҡынов “Ҡымыҙ-Брейк”, “Аҫылташ” кеүек йәштәр форумдарында ҡатнашҡандан һуң ҡанатланып үҙе уҡыған Сибай ҡалаһында Баймаҡ йәштәре берлеген ойошторған. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы идараһы рәйесе Урал Кәримов үҙ милләтенә тоғро патриот йәштәребеҙҙең Башҡортостанда ғына түгел, уның сиктәрендә лә күп булыуы, улар менән йыш осрашырға тура килеүе хаҡында һөйләне. Бигерәк тә Краснокама районынан төньяҡ-көнбайыш башҡорто – Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, башҡорттарҙың данлыҡлы Гәрәй ырыуы вәкиле Илдархан Мутиндың вариҫы Радик Бәхтиевтың сығышы үтә лә әсенеүле булды:
– Беҙҙең Гәрәй, Ирәкте, Ҡырғыҙ, Йылан ырыуҙары һәм башҡа төньяҡ-көнбайышта йәшәгән халыҡ үҙҙәренең балаларын: “Барығыҙ, һеҙ – башҡорттар, башҡорт халҡы менән бергә булығыҙ”, – тип өгөтләп Өфөгә уҡырға ебәрә. Ә Өфөлә беҙең балаларҙы “татар” тип әйтәләр, улар илап ҡайта! Беҙгә ҡыйын! Беҙҙе 100 йыл башҡорт тип һанамайһығыҙ! Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында беҙҙең олатайҙар бергә һуғышҡан. Уғаса Гәрәй ырыуы башҡорттары Мутиндар ошо Башҡорт автономияһын төҙөгәндә иң беренсе торған! Хәҙерҙән булһа ла беҙҙе башҡорт тип һанай башлағыҙ, зинһар! – тип илай яҙып өндәште.
Әмир Ишемғолов, йомғаҡ яһап, башҡорт телен һәм тарихын өйрәтеү методикаһын үҙгәртергә, 100 йыллыҡ уңайынан республика ҡала-райондарына һыбайлы маршрут эшләргә тәҡдим итте. Форумдың резолюцияһы ҡабул ителде.
Артабан форумда ҡатнашыусылар Баймаҡ халыҡ һәм балалар ижады ижады үҙәге артистарының, баш ҡала ҡунаҡтары – “Каруан” эстрада төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Париждың рухлы сығышын дәртләнеп тамаша ҡылды.
...Башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған «Берҙәмлектә – көс!» форумы тамам. Әммә ҡан ҡойоштар аша яулап алынған азатлығыбыҙҙы киләһе быуынға танытыу, тарихты мәңгеләштереү буйынса атҡараһы эштәр башлана ғына әле!

Айгөл Иҙелбаева.

13.03.2018

0
90


0
Комментарий ҡалдырырҒа