Ниһайәт, закондар ҡәтғиләште

Общие статьи

Алкоголь менән рөхсәтһеҙ һатыу иткәндәргә ҡаршы бергәләп көрәшәйек

Алкоголь менән рөхсәтһеҙ һатыу иткәндәргә ҡаршы бергәләп көрәшәйек


Районда эскелек, законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә ҡаршы әүҙем эш алып барыла. Мөһим проблема хаҡында һөйләшергә хоҡуҡ һаҡсылары, ауыл биләмәһе башлыҡтары, сауҙа нөктәләре хужалары йыйылды.
Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигының йәмәғәт хәүефһеҙлеген мобилизациялау буйынса урынбаҫары Фәрит Моратов районда үткән “Алкоголь” махсус операцияһы тураһында һөйләне. Бөтәһе 122 объект тикшерелгән. Рөхсәтһеҙ алкоголь менән һатыу иткән 13 кеше билдәләнгән: 38,5 литр спиртлы эсемлек, 5 көмөшкә ҡыуыу аппараты, 170 литр әсетелгән бал тартып алынған. Бер гражданға ҡарата рөхсәтһеҙ бер нисә тапҡыр иҫерткес эсемлек менән һатыу иткәне өсөн енәйәт эше асылған.
Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығының территориаль бүлеге начальнигы Исхаҡ Ғилмуллин, йыл башынан алкоголе аҙ миҡдарҙа булған тонусты күтәреүсе эсемлектәрҙе һатыу тыйылды, тип белдерҙе.
Тағы бер проблема хаҡында әйтеп үтергә кәрәк. Тартып алынған продукцияға экспертиза уҙғарыу өсөн улар Өфөгә ебәрелә. Уның һөҙөмтәһен ярты йыллап көтөргә тура килә. Шунлыҡтан ғәйепләнеүселәрҙе ваҡытында язаға тарттырыу мөмкинлеге сикләнгән. Ошо проблеманы хәл итеү маҡсатында район хакимиәте, эске эштәр бүлеге һәм Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығының территориаль бүлеге менән өс яҡлы килешеү төҙөү ҡарала. Был осраҡта экпертиза өс көндә әҙер буласаҡ.  
“Беҙҙә 543 кеше иҫәптә тора, шуларҙың 299-ы – ҡатын-ҡыҙ, – тине Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының врач-наркологы Азамат Ҡашҡаров. – Алкоголь интоксикацияһынан 2016 йылда – 6, ә 2017 йылда 7 кеше вафат булды. Былтыр 578 кеше дауаланып сыҡты, 24 кеше ҡабаттан килде. Быға ҡәҙәр беҙҙең бүлеккә эләгеүселәр иртәгеһенә үк дауахананан сыға ине. Хәҙер иһә 5-6 көндә лә уларҙы аяҡҡа баҫтырыу мөмкин түгел. Сәбәбе шунда – кеше хәҙер техник спирт эсә. Һөҙөмтәлә организм ныҡ ағыулана”.  
 Быға ҡәҙәр рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлек менән һатыу итеүселәрҙе язаға тарттырыу мөмкинлеге сикләнһә, хәҙер иһә уларға ҡарата закондар ҡәтғиләште. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 14.17.1-се статьяһы буйынса законһыҙ алкоголь эсемлектәр менән һатыу иткән физик берәмектәргә – 30 мең һумдан 50 мең һумға тиклем, шәхси эшҡыуарҙарға 100 мең һумдан 200 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ. Был осраҡта алкоголь һәм спиртлы эсемлектәр конфискациялана. Әгәр тағы ла тотолһалар, уларға РФ Енәйәт кодексының 171.4-се статьяһына ярашлы 50 мең һумдан 80 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ йәки 1 йылға тиклем хоҡуҡ төҙәтеү эшенә йәлеп ителәсәк. Координацион кәңәшмә законһыҙ әйләнештә булған араҡы һәм спиртлы эсемлектәрҙе сикләү өсөн бөтә сараларҙы ла ҡулланыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итте. Был эшкә йәмәғәт ойошмаларын да йәлеп итеү ҡарала. Ниһайәт, закондар ҡәтғиләште. Быны беҙ күптән көтә инек. Бәлки, хәҙер кеше ғүмере хаҡына кеҫәләрен ҡалынайтырға маташыусылар уйланыр. 

Лилиә Такаева.


16.02.2018

0
94


0
Комментарий ҡалдырырҒа