Конкурстар

RSS
"Пенсионерҙар - "Һаҡмар"ға!"

“Һаҡмар” гәзитенең дуҫтары араһында оло йәштәгеләр бик күп. Шуны иҫәпкә алып, улар араһында райондың ветерандар советы менән берлектә (рәйесе Роза Мараканова) “Пенсионерҙар, “Һаҡмар”ға!” конкурсын үткәрергә ҡарар иттек.

Зиһенеңде эшләт!

Хөрмәтле дуҫтар! 6 апрелдә “Зиһенеңде эшләт” конкурсында әүҙем ҡатнашып, һәр саҡ еңеү яулап барған Л.Мөхәмәтйәнова, В.Айытҡолова, Ә.Яналин, М.Шәнгәрәеваға “Һаҡмар” гәзитенең бүләктәре тапшырылды. Барыбыҙ ҙа уйынға ҡушылабыҙ! Бәлки, киләсәктә нәҡ һеҙ еңеүсе булырһығыҙ.

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Февраль һәм март айҙарында “Һаҡмар” гәзите уҡыусылары араһында Ғаилә йылына арналған “Минең атайым һалдат булған” һәм “Әсәйем – матурым” фотоконкурсы иғлан ителгәйне.

Иғтибар: Яңы конкурс!

"Һаҡмар" гәзитендә яңы конкурс иғлан ителә! Апрель һәм май айҙарында ул "Ғаилә архивынан" тип аталасаҡ.

Акция "Я горжусь тобой, Башкортостан!"