Сәйәсәт

RSS
Уйнат әле гармуныңды!

Күгиҙел ауылында үҙенсәлекле моң оҫтаһы, гармунсы һәм йырсы, әүҙем йәмәғәтсе Әхәт Урмантаевтың 65 йәшлек юбилейына арналған “Уйнат әле гармуныңды!” исемле кисә үтте. Уны ауылдың китапханасыһы, Күгиҙелдең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт донъяһына нур өҫтәүсе, бихисап саралар үткәреүсе Зифа Мәүлитова ойошторҙо. Күркәм кисәлә Әхәт Әхмәҙулла улының ауылдаштары, яҡташтары, дуҫтары, йыр-моң һөйөүселәр ихлас ҡатнашты.

Көлөргә ашыҡма!

Баймаҡ районы прокуратураһы  Һамар өлкәһендә йәшәүсенең ялыуы буйынса тикшереү үткәрҙе.

Сүриә, Шөғәйеп, Балапан һәм башҡалар тураһында

Башҡорттар йыһанды белгәнме икән? Әллә белем башы Юрий Гагариндың осоуынан ғына башланғанмы?
Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусылары ошо һәм башҡа күп һорауҙарға яуаптарҙы эҙләне. Уҡыусылар СССР, Рәсәй космонавтикаһы тураһында мәғлүмәт алды, әммә иң ҡыҙығы шунда – барыһын да ысын мәғәнәһендә серле бүләк көтә ине. Йыһан серҙәрен өйрәтеүсе физика һәм астрономия уҡытыусыһы Зилидә Ғәзизйән ҡыҙы Шәрипованың яҙыусы икәнлеге лә асыҡланды. Был сара уның “Урал батыр йондоҙҙар илендә” китабының исем туйы рәүешендә ойошторолдо.

Үҙебеҙҙең “Байтал” бит ул!

Дәүләкән балалар аяҡ кейемдәре фабрикаһының Икенсе Этҡолда асылыуы күбебеҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. “Байтал” исемен йөрөтә ул. Фабрика ике йыл эшләп килә. 60 кешегә урын булдырылып, утыҙҙан ашыу ҡатын-ҡыҙ эшләй.

Афарин, түбәләр!

20 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсы лауреаттарына республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантаналы сара Урындағы үҙидара көнөнә арналды.

Һеҙ приз оттоғоҙ

Йылдан-йыл мутлашыусылар халыҡтың аҡсаһын талап алыуҙың яңы ысулын уйлап таба. Улар тоҙағына эләкмәҫ өсөн бер нисә ябай, ләкин мөһим ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ.

Иҫән ауылы халҡы миҙгелгә яңы маҡсаттар ҡуя

Изге эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ

Иҫән ауылы халҡы
миҙгелгә яңы маҡсаттар ҡуя

Сара әсәләргә арналды

Әсәйҙәр көнө уңайынан Темәскә ҡунаҡҡа саҡырғастар, икенсе тыуған ауылыма ҡыуанып юлландым. Бер юлы Гәзиткә яҙылыусы көнөн дә үткәрергә һөйләшелде.

Саҡырыуҙар күп булмаһын

Тап шундай теләктәр менән ҡайттыҡ беҙ Икенсе Этҡол ауылынан. Ни өсөн? Сөнки был ауылда Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең филиалы асылды.

Малҡайҙарың йәл түгелме?

Йылға буйына ике һыйырын һуғарырға төшкән ҡатын нисек кенә тырышмаһын, был көндө уларҙы кире бороп алып ҡайта алмай.

Башҡортостанда һайлау ойошҡанлы үтте

18 сентябрҙә Етенсе саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау үтте. Һайланған 450 кешегә депутат мандаты тапшырыласаҡ, шул иҫәптән 6 кандидат беҙҙең республиканан.

Башҡорттар ҡор йыя

10 ноябрҙә Баймаҡта халыҡ ижады үҙәгендә район башҡорттарының ҙур йыйыны үткәрелә.

В ТЕКУЩЕМ ГОДУ ПРОКУРАТУРА ПОТРЕБОВАЛА УСТРАНИТЬ СВЫШЕ 80 НАРУШЕНИЙ ЗАКОНОДАТЕЛЬСТВА В СФЕРЕ ПРОТИВОДЕЙСТВИЯ КОРРУПЦИИ

9 декабря 2017 года, отмечается Международный День противодействия коррупции, учрежденный по инициативе Генеральной Ассамблеи Организации Объединенных Наций в 2003 году.

Акция "Я горжусь тобой, Башкортостан!"