Йәмғиәт

RSS
Ҡара көскә лә яҡтылыҡ кәрәк...

Сәләмәтлеге ҡаҡшаған, табиптар йүнәлеү-йүнәлмәү мәсьәләһен “иллегә илле” тип кенә ҡуйғанда, йәнәһе “йә йәшәйһең, йә үләһең” тигән ҡарар сығарғанда, кеше тормошҡа сытырман йәбешә. Көн һайын атҡан таңды элек ғәҙәти күренеш итеп ҡабул итһәң, хәҙер ҡояш нурҙарының тәҙрә аша төшөүен дә мөғжизә итеп ҡабул итәһең. Халыҡ дауалауын барлап быуаттар төпкөлөнә тиклем барып етәһең. Таныш-тоношоңдан ишеткән бар әбей-бабайҙар йөрөп сығыла, элек уйлап та бирмәгән доғаларҙы ятлай башлайһың. Үткән тормошоң һәр көнө менән барлана һәм “эх” тип терһәкте тешләр мәлдәрең күп булыуын аңлап, төшөнкөлөккә бирелә башлайһың...

Фрукет, букет... емеш-еләк гөлләмәһе

Аҡ сәскә, күк сәскә – ниндәй матур гөлләмә. Юҡ, гөлләмә түгел был, бында бит емеш-еләк! Әллә инде күҙемә күренә...

Ишеткән-кисергән-күргәндәрҙән

“Бесәйҙәр... иткәме?”
Тау башындағы мунса
Минме, әллә ҡауынмы?
Эткә атланып

Талантлы педагог, оҫта ойоштороусы

Башҡортостан кимәлендә иң һөҙөмтәле эшләгән һәм инновацион уҡыу йорто булып танылған Баймаҡ лицей-интернаты бай тарихы, үҙенсәлекле йола-традициялары, талантлы педагогик коллективы менән дан тота. Бына 62 йыл инде был белем усағы республиканың мәғариф өлкәһендә сағыу йондоҙ булып балҡый, милләтебеҙҙең буласаҡ шәхестәрен әҙерләп сығара, республика һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө проекттарҙа һәр саҡ еңеүсе булып таныла. Бының нигеҙендә үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡарған коллективтың һәр ағзаһының ныҡышмалы хеҙмәте ята. Яуланған уңыш-ҡаҙаныштарҙа лицей-интернат директорының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы Юнысованың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Арҙаҡлы шәхес булды

Бөгөн, 8 июндә, ҡәҙерле атайыбыҙ Нөғәмәнов Йосоп Әхмәт улының баҡыйлыҡҡа күсеүенә 40 көн тула. Барлыҡ ғүмерен райондың мәғариф системаһын үҫтереүгә арнаған атайыбыҙ ысын мәғәнәһендә оҙон, бәхетле ғүмер кисерҙе, тыуған еренә, иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итте, хаҡлы абруй яуланы, арҙаҡлы шәхес булып танылды.

Һүҙебеҙҙе әйтәйек, һуғыш балалары!

“Һаҡмар” гәзитендә Юламан ағай Раевтың мәҡәләһен уҡығас, мин дә ҡулыма ҡәләм алырға булдым. Һеҙҙең күргәндәр минең яҙмышыма оҡшаш – илай-илай уҡыным.

Пар аҡҡоштарҙай ғүмер юлы

Үткән быуаттың илленсе йылдары. Түбә ҡасабаһының гөрләп торған сағы. Бында ике урта мәктәп булып, тәүгеһендә башлыса урыҫ милләтле балалар белем алһа, икенсеһендә иһә яҡын тирәләге алты ауыл Советынан йыйылған балалар уҡыны. Уҡыу ике сменала ойошторолоп, унда биш йөҙгә яҡын бала белем алды. Мәктәп менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, элекке эскадрон командиры, һоҡланғыс шәхес Бәҙри  Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов етәкселек итте.

“Һаҡмар”ҙар – Һаҡмарҙа

Сираттағы Гәзиткә яҙылыусы көнөн үткәреү өсөн аҙашыбыҙ булған Һаҡмар ауылына юлландыҡ.

м

Был егет менән интернет аша таныштыҡ. Юҡ-юҡ, ундай танышыу түгел. Мин алып барған “Һаҡмар” гәзитенең төркөмөнә ул яңғыҙҙарҙы ҡауыштырырға саҡырған иғланын “элгән” ине. Ике көн дә үтмәй ул йәшәгән ауылға – Аҡморонға юл төштө. Кисәлә алып барыусының: “Һеҙҙең өсөн Ринат Такалов йырлай!” – тип иғлан итеүе булды, “Был исем миңә ҡайҙан таныш әле?” – тип башымдағы “компьютер” кадрҙарҙы алға-артҡа әйләндереп аҡтара ла башланы. Йыр тамамланыуға көнө-сәғәте менән барыһы ла иҫкә төштө. Шулай итеп, “Бәхеткә аҡ юл!” буйҙаҡтар кисәһен ойоштороусы егет менән әңгәмәләшеп тә киттек.



“Беҙ һәр саҡ “Һаҡмар” менән!”

Яраттарҙы беҙ яратып барабыҙ... Редакция хеҙмәткәрҙәренең уйынлы-ысынлы был һүҙҙәренә ысынбарлыҡ һалынған. Сөнки Ярат ауыл биләмәһендә “Һаҡмар” гәзитенең тоғро, әүҙем, бошмаҫ йәнле уҡыусылары йәшәй. Йәрмөхәмәт ауылындағы йәнле һөйләшеү тәүҙә Буранбай Исҡужиндың ижадына бағышланды.

“Ҡояш көлөр, ҡоштар һайрар Һәм гөлдәр ҙә сәскә атасаҡ...”

Урамда ашығып китеп барған саҡта йыш ҡына төрлө яҙыулы машиналар күҙгә салына: “Ҡара юрға”, “Спасибо, родная, за сына!”, “Спасибо деду за победу!” һ.б. Шулар араһында күңел ҡылдарын тибрәтеп кенә ебәргән бер яҙыу бар.
“Алыҫ аралар ерҙә юҡ кеүек,
Саҡырған юл яҡын дуҫ кеүек...”
Был машинаның эйәһе – рәссам, шағир, элекке конферансье, артист, гармунсы, балта оҫтаһы, техника менән “һин”гә “һин”... Уға ҡараһаң, үрҙәге һанап кителгән һөнәрҙәр эйәһе тип уйламаҫһың да – баҫалҡы ағай, мыйыҡ аҫтынан мөләйем генә итеп йылмая ла, баш ҡағып үтеп китеү яғын ҡарай. Ҡайһы бер әрһеҙерәктәр кеүек, журналисҡа сат йәбешеп үҙен күрһәтергә теләү уйында ла юҡ. Кем һуң ул? Хәйер, әйҙә, һүҙҙе үҙенә бирәйек әле!

БАТЫРЛЫҠ!

Оҙон ҡыштан һуң еребеҙгә ашҡынып көткән яҙ килде. Быйыл ҡар әҙ булғанлыҡтан, ауыл эргәһенән аҡҡан Һаҡмар, Таулы йылғалары ныҡ ташмаҫ, тип фаразланыҡ үҙебеҙсә.  Әммә тәбиғәттең үҙ закондары.


Моҡастар аҡморонда ҡунаҡта

“Алтын тирмә” эстафетаһы

Моҡастар аҡморонда ҡунаҡта



Мәғлүм булыуынса, Баймаҡ районының йәштәр ҡоролтайы ойошторған яңы эстафета – “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны Моҡас ауыл биләмәһендә старт алғайны. Ошо көндәрҙә моҡастар эстафетаны Аҡморон ауыл биләмәһенә тапшырҙы.

Сирен йәшергән – үлгән йәки Һаулығыбыҙ – үҙ ҡулыбыҙҙа!

Әле генә халыҡтың ҡотон алған миҙгелле киҙеү тамамланыуға бара, әммә ВИЧ-инфекциялыларҙың артыуы, хатта йөклө ҡатындарҙың теркәлеү осраҡтары булыуы оло хәүеф тыуҙыра. Етмәһә, алда талпан осоро, шулай уҡ йылы яҡтарға сәйәхәт итергә яратыусыларҙың шул тарафтарҙан инфекциялы сир алып ҡайтыу ҡурҡынысы тора. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп эпидемиолог Данис Кәримов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


Ишбирҙеләр эстафетаны төркмәндәргә тапшырҙы

Районда “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны старт алды

Йәмғиәттә ғаилә статусын күтәреү, күп бала тәрбиәләгән,  уларҙы халҡыбыҙҙың матур йолалары нигеҙендә үҫтергән, башҡаларға үрнәк булып торған өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлау, милли-мәҙәни традицияларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү һәм халыҡ араһында таратыу, йәмғиәттә һәм ғаиләлә берҙәмлекте нығытыу, халыҡты ауылдың тормошона нығыраҡ йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Алтын тирмә” интеллектуаль уйын-эстафетаһы үткән аҙнала Моҡас ауыл биләмәһендә старт алды. Эстафетаны төркмәндәргә Ишбирҙе ауыл биләмәһе тапшырҙы.


Таянма билеңә, таян илеңә

Таянма билеңә, таян илеңә
Сауҙа нөктәләре кәштәләрендәге икмәктең – Краснодар өлкәһенән, кәбеҫтәләрҙең Израилдән, алманың – Төркиәнән, картуфтың – Мысырҙан, ҡаймаҡтың – Ҡаҙағстандан, йомортҡаларҙың – Төмәндән, һөт аҙыҡ-түлектәренең Силәбе, Мәскәү, Ырымбур өлкәләренән булыуы беҙҙе шаҡ ҡатырҙы! Шулай булмай ни – районда ғына түгел, тотош республикала ла әллә күпме етештереүсе предприятие бар. Йүнсел эшҡыуарҙарыбыҙҙың үҫтереп алған экологик яҡтан таҙа кәбеҫтәләре ҡайҙа булған?


Атай нигеҙенә кем хужа, йәки ни өсөн бер туғандар төп йорт өсөн талаша?


“Атай нигеҙе” йәки “Атай йорто” төшөнсәһе һәр кемгә яҡындыр  Ул бик ҙур мәғәнәгә эйә һәм ниндәйҙер дәрәжәлә яҡын туғандарҙың бер-береһенә булған мәнәсәбәтен дә асып һалған кеүек. Үҙемдең башыма төшмәһә, мин был хаҡта артыҡ уйланмаҫ та инем.һәм ғәзиздер.


"Салауат Юлаев" республикаға кәрәкме?

“Салауат Юлаев” республикаға кәрәкме?

Төп хоккей командаһының уйыны
көйәрмәндәрҙе көйөндөрөүҙән бушамай

Ҡотҡарыусыларҙың юлын киҫмәгеҙ!

Кемерово ҡалаһындағы фажиғә әле лә йөрәктәрҙе өтә.

Акция "Я горжусь тобой, Башкортостан!"