“Мин дә эшкә барам!”

Общие статьи

Балалар баҡсаһына нисек өйрәнергә?

Балалар баҡсаһына нисек өйрәнергә?


“Иртәгә тағы ла балалар баҡсаһына. Хәлемдән килһә, ҡыҙымды ҡосаҡлап, өйҙә генә ултырыр инем. Тағы илаш-тартыш башлана, балам миңә йәбешеп ала ла, мине ебәрмәй. Үҙемдән йолҡа тартып алып, сығып китәм...”

Осраҡлы һөйләшеүҙең шаһиты булыу мине уйға һалды. Ысынлап та, балалар баҡсаһында эшләү дәүерендә әсәйҙәренән айырыла алмай, иҙәнгә ятып илаған кескәйҙәрҙе күҙәтергә тура килә. Был ата-әсәнең балаһын баҡсаға алдан әҙерләмәүе тураһында һөйләй. Быны нисек эшләргә һуң? Иң тәүҙә һеҙгә әкиәттәр ярҙамға киләсәк. Кескәйгә балалар баҡсаһы тураһында әкиәттәр һөйләгеҙ. Уның уйынсыҡтарын ҡулланығыҙ: бына ул баҡсаға барҙы, бына ул икенсе балалар менән уйнай. Шул уҡ ваҡытта ситтәрәк атай-әсәйҙең эшен, уларҙың яратҡан бәпесенә тәмлекәстәр, уйынсыҡтар, өйгә башҡа әйберҙәр алыу өсөн нисек аҡса эшләүен дә һынландырығыҙ. Берсә һеҙ, берсә бәпесегеҙ баҡсалағы бала йәки аҡса эшләгән ата-әсә ролендә булығыҙ. 
Кескәйҙе балалар баҡсаһында ҡалдырғанда өндәшмәй, ҡасып сығып китмәгеҙ, мотлаҡ уны килеп аласағығыҙ тураһында әйтегеҙ. Был унда ышаныс тыуҙырасаҡ. Иртәнсәк: “Мин үҙ эшемә, ә һин үҙ эшеңә бараһың”, – тип әйтегеҙ. Баҡсала эшләгән һүрәттәрен һ.б. күренгән ергә ҡуйығыҙ. Балала баҡсаға барып, тағы ла матурыраҡ һүрәт эшләү тойғоһо тыуасаҡ. Балалар баҡсаһында ниҙәр эшләүе, кемдәр менән дуҫлашыуы тураһында ҡыҙыҡһынығыҙ. Тик өйгә ҡайтып барған юлда түгел. Сөнки урамда бала осраған күренештәрҙе өйрәнә. 
Бәләкәстәр әсәһенә эмоциональ яҡтан нығыраҡ бәйле. Шуға күрә баҡсаға атай кеше алып барһа, бала тынысыраҡ тороп ҡала. Кескәйҙе балалар баҡсаһының режимы буйынса йәшәргә өйрәтегеҙ. Был ҡағиҙәнән ял көндәрендә лә тайпылмағыҙ. Кескәйгә баҡсаға барған өсөн тәмлекәс, уйынсыҡ биреп өйрәтмәгеҙ. Был алама ғәҙәткә әүереләсәк. Балалар менән аралашырға өйрәтегеҙ. “Балам баҡсаға йөрөй башлау менән ауырый башланы. Ауырыған балаларын алып киләләр ҙә”, – тигән фекер – хата. Баҡсаға йөрөй башлаған кескәй стресс кисерә, һөҙөмтәлә иммунитеты ҡаҡшай һәм ауырыуға тиҙ бирешә башлай. Кескәйҙәр 2-3 ай эсендә балалар баҡсаһына тулыһынса өйрәнә. Ғаиләләге яңғыҙ бала, артыҡ иркәләтелгән, тыйыуҙы белмәгән, аралашып бармаған, йыш ауырыған кескәйҙәрҙең баҡсаға ауыр өйрәнеүен хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

Гөлдәр Әлибаева, 
“Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.




16.02.2018

0
126


0
Комментарий ҡалдырырҒа
Parse error: syntax error, unexpected end of file, expecting ')' in /var/www/rbsmi/data/www/rbsmi.ru/hakmar/includes/adv.material.php on line 120